Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 16:38

Шатландырҙыҡ!

Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған, төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла, тип хәбәр иткәйнек.

Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған, төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла, тип хәбәр иткәйнек.

БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙ изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтә, психологик хәстәрлек тә күрелә.

21 марттан алып эшләгән хәрәкәттә ике меңдән ашыу БДМУ-ла белем алыусылар ҡатнаша, улар социаль ирекмәнлек менән бер рәттән, граждандарға медицина ярҙамы ла күрһәтә. Ошо ваҡыт арауығында улар 600-ҙән ашыу мөрәжәғәтте хеҙмәтләндергән.

“Һеҙ беҙҙе арыны тип уйлайһығыҙмы? Эйе, арығанлыҡ тойғоһо бар, әммә эшләгән эшебеҙ инәйҙәргә һәм олатайҙарға ни тиклем шатлыҡ һәм бәхет килтерә! Уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәндән һуң икенсе һулыш асылғандай тойола, артабан эшләргә көс-ҡәүәт барлыҡҡа килә. Һәм беҙ артабан оло йәштәгеләргә дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек алып барыу эшен илһамланып дауам итәбеҙ. Әлеге ваҡытта беҙ 600-ләп саҡырыуҙы хеҙмәтләндерҙек. Беҙгә ышаныуығыҙ өсөн рәхмәт!”, -тип яҙған студенттар социаль селтәрҙә.

Коронавирус пандемияһы ваҡытында #МыВместе үҙ-ара ярҙам акцияһы ил буйынса 64 меңдән ашыу ирекмәнде берләштерә. Иң күп ирекмәндәр Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында һәм Краснодар крайында эшләй.

Читайте нас: