Православ диндарҙарҙы алда ике ҙур байрам көтә. 12-се апрелдә Вербное воскресенье, 19-ы – Пасха. Әммә халыҡ өсөн ҡибәҙәтхана һәм сиркәү ишектәре тулыһынса ябыҡ.
ЕВГЕНИЙ ШЕРЫШЕВ, ПРОТОИЕРЕЙ, ӨФӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ СЕРГИЕВ ҠОРАМЫ ӨЛКӘН СВЯЩЕННИГЫ:
Ғибәҙәт ҡылыу өсөн сиркәүҙәр ябыҡ. Әммә митрополит Никон һәм Изге Патриарх бөтә диндарҙарҙы өйҙәрҙә доға ҡылырға, мотлаҡ үҙ-изоляция режимын һаҡларға саҡыра.
Изге Рамаҙан айына тиклем кәм тигәндә ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Республика мосолмандары тәрәүих намаҙын, йәмәғәт ифтарҙарын мәсеттәрҙә ойоштормаясаҡ. Ауыҙ асыу сараһына йортҡа ҡунаҡ йыуыу шулай уҡ кәңәш ителмәй.
АЙНУР БИРҒӘЛИН, БАШҠОРТОСТАН МОСОЛМАНДАРЫНЫҢ ДИНИӘ НАЗАРАТЫ РӘЙЕСЕ:
Сир йоҡтороусы, йә коронавирус ныҡ таралған ерҙән ҡайтып, башҡаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймау тураһында уйламай ймәғәт урындарында йөрөү, ҡаты алыш мәлендә яу яланын ташлап киткән хыянатсы һалдатҡа тиң. Был оло ғонаһ иҫәпләнә. Шуның кеүек тыйылған мәлдә мәсеттәргә йөрөү, йә бер нәмәгә ҡарамай күмәк намаҙҙар ойоштороу ҙа дөрө: түгел. Киреһенсә, был оло гонаһ. Сөнки беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуябыҙ.
Шулай итеп, Башҡортостан мәсеттәре ябыҡ. Ә Диниә назараты вәкилдәре һәм республика имамдары эштәрен ирекмән булараҡ дауам итә. Бөгөн 200-гә яҡын диндар республикала эшләп килгән ҡыҙыу телефондарға ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр буйынса ауыл-ҡалаларҙа ололарға ярҙам ҡулы һуҙа.