Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған. Төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла.
Коронавирус эпидемияһы осоронда #МыВместе үҙ-ара ярҙам күрһәтеү акцияһы илдең халыҡҡа ярҙам күрһәтергә теләгән граждандарын берләштерә.
БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙаллы изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырған. Улар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтәсәк, психологик хәстәрлек тә күҙаллана. Ирекмән медиктарҙың төбәк коородинаторы – Ләйсән Хызырова, телефоны 8 (927) 636-34-88.
Әгәр һеҙ эргә-тирәгеҙҙә ярҙамға мохтаж кешеләр барлығын белһәгеҙ, 8-800-200-34-11 телефоны буйынса шылтыратып, хәбәр итергә була.
Оператор проблеманы тыңлағандан һуң, мөрәжәғәтте профессиональ ярҙам күрһәтеү өсөн ирекмәндәргә йүнәлтәсәк. Унан тыш «ОНФ.Помощь» тигән мобиль ҡушымтаны ҡулланырға була, унда ла ғариза ҡалдырырға мөмкин.