Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 11:00

Хөрмәтле Архангел районы халҡы һәм ҡунаҡтар!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы күрһәтмәһе буйынса республиканың барлыҡ кешеләре өсөн тулыһынса үҙ аллы изоляция режимы индерелде.

Был сара коронавирус инфекцияһы таралыуын сикләү йәһәтенән эшләнә. Дөйөм үҙ аллы изоляция режимын раҫлаған указға ярашлы, граждандар нигеҙле сәбәп киҫкен ихтыяж булмаһа, мотлаҡ рәүештә өйҙәренән (фатирҙан) сығыуы тыйыла.
Түбәндәге осраҡтарҙа ғына урамға сығырға рөхсәт ителә:
  1. Ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә, ғүмергә һәм сәләмәтлеккә хәүеф янағанда;
  2. Эшкә барыу талап ителгәндә;
  3. Йорт хайуандарын урамға сығарырға кәрәкһә (йорттан 100 метрҙан ары китергә ярамай);
  4. Сүп-сар сығарырға;
  5. Магазинға йә дарыуханаға барғанда.
  6. Ошондай сәбәптәр арҡаһында урамда йөрөгәндә үҙегеҙ менән паспорт алырға онотмағыҙ. Сикләү (карантин) сараларын боҙған өсөн граждандарға 15 меңдән 40 мең һумғаса штраф һалыныуы ихтимал. Иғтибарлы булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
    Читайте нас: