Инйәр
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 14:05

1 апрелдән пенсиялар өҫтәлеп килә

2020 йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар 6,1% арттырыла.

Бер үк мәлдә саҡырыу буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәрҙең инвалидлыҡ буйынса дәүләт пенсиялары, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса пенсиялар (һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә, тол ҡатындарына), Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының һәм яугирҙәренең инвалидлыҡ буйынса пенсиялары, радиация йәки техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ҡартлыҡ буйынса пенсиялары ла арттырыла. Бынан тыш, күләме социаль пенсияларҙың артыуына бәйле башҡа түләүҙәр ҙә арта.
1 апрелдән шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, Дан ордены, I дәрәжәләге “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнгән граждандарға өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт күләме индексацияланды.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров хәбәр итеүенсә, республикала 98 500 пенсионер, шул иҫәптән социаль пенсия алған 92 600 пенсионер арттырылған пенсия ала башлай. Был түләүҙәрҙе өсөн айына өҫтәлмә рәүештә 58 миллион һум талап ителә, әлеге мәлдә финанслау тулыһынса башҡарылған.
Александр Комзалов,
район пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: