Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 13:59

“Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте”

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе.

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе.
Тармаҡты проект финанслауына күсереү нигеҙендә төҙөүселәр менән кредит ойошмалары араһында үҙ-ара эште көйләү фекер алышыуҙың төп темаһы булды. Мәғлүм булыуынса, 1 июндән төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәрен тулыһынса айырым маҡсатлы эскроу-иҫәптәр алмаштырасаҡ.
Банк өлкәһе вәкилдәре әйтеүенсә, күп кенә төҙөүселәр яңы иҫәптәрҙе файҙалана ла башлаған. Кредит ойошмалары документтарҙы эшкәртеү ваҡытын мөмкин тиклем ҡыҫҡартып, аҡса бүлеп, бындай клиенттарға булышлыҡ итергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта банктар финанслауҙан баш тартыу нигеҙҙәрен дә билдәләгән. Иң киҫкен мәсьәләләргә улар проблемалы кредит тарихын, документтарҙы яңылыш тултырыуҙы, төҙөүсенең аҡсаһы етмәүҙе индерә.
Республика Башлығы кредит ойошмалары, төҙөүселәр, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында өс яҡлы комиссия төҙөргә ҡушты.
– Был эштең маҡсаты – үҙ-ара эшмәкәрлеккә төбәк власын да индереү, – тине ул. – Беҙ проблемаларҙың айышына ныҡлы төшөнөргә, бөтә яҡтарҙың ҡарашын аңларға һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итергә тейешбеҙ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ юл селтәрен төҙөкләндереү, биләмәләрҙә пассажирҙар транспортын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов ведомствоның муниципалитеттар менән берлектә район үҙәктәренән 500-ҙән ашыу кеше йәшәгән биләмәләргә автобус маршруттарын асыуын дауам итеүе тураһында һөйләне. 21 районда был эш тамамланған. Ҡалғандары 2020 йылға юл картаһына индерелгән. Ошо исемлектәге ике муниципалитет – Краснокама һәм Илеш райондары – планды үтәү тураһында отчет биргән дә инде. Республика буйынса был эште 10 июнгә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
Читайте нас: