Инйәр
+19 °С
Дождь
Новости
25 Марта 2020, 08:52
Өс тапҡыр тикшерелә
Ташҡын осоронда Өфө предприятиелары тәүлегенә өс тапҡыр эсәр һыу сифатын тикшерергә ниәтләй.
Ташҡын осоронда Өфө предприятиелары тәүлегенә өс тапҡыр эсәр һыу сифатын тикшерергә ниәтләй. Был турала ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә “Өфө һыу каналы”ның генераль директоры Артем Чакиров хәбәр итте.
“Беҙҙең предприятиела мониторинг системаһы бар. Ул йылғалар ташҡанда һыу баҫыу зонаһына эләккән баш ҡалалағы һыу бүлеү ҡоролмалары скважиналары һанын билдәләү мөмкинлеген бирә. Ташҡынға әҙерлек планына ярашлы, 270 скважина тикшерелгән, герметиклау эше башҡарылған, һыуҙы таҙартыу һәм зарарһыҙландырыу өсөн реагенттар тупланған, ҡорамалдар әҙерләнгән, аналитик контроль үҙәге ташҡын шарттарында эшләүгә күсерелгән”, – тине ул.
Йылғалар ташҡан осорҙа һыу бүлеү ҡоролмаларына 300-ҙән ашыу элементтың эләгеүе ихтимал. Фенол, нефть продукттары, хлорлы углеводородтар махсус контролгә алынған. Эсәр һыуға өҫтәмә рәүештә 15 меңгә яҡын анализ яһала.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"