Өфөлә Клавдия Абрамова, Еңеү, Фронт бригадалары урамдары төҙөкләндерелде. Стәрлетамаҡта Олег Кошевой, Аркадий Гайдар һәм Пантелькин урамдары ремонтланған. Дүртөйлөлә иһә Еңеүҙең 40 йыллығы, Маринеску, Николай Чирва, Талалихин урамдары тәртипкә килтерелгән, яҡтыртҡыстар алмаштырылған.
Быйыл баш ҡалабыҙҙа һыу аҫты морягы Родионов урамына яҡтыртҡыстар ҡуйыу, Генерал Горбатов, Георгий Ветошников, Новоженов урамдарында ремонт эштәрен башҡарыу, Стәрлетамаҡта Суханов урамындағы тыҡрыҡты реконструкциялау, Ишембайҙа Жуков һәм Зорге урамдарын төҙөкләндереү күҙаллана.
Мәғлүм булыуынса, был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла.