Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 13:51

350-нән ашыу шылтыратыу теркәлгән

Тәүлек эсендә республика халҡынан 8-800-201-89-03 һандары буйынса 350-нән ашыу шылтыратыу теркәлгән.

"Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһендә халыҡ араһында коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән махсус колл-үҙәк эшләй башланы тип хәбәр иткәйнек.
Бөгөн иһә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында онлайн форматта ойошторолған сираттағы брифингта "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров ҡатнашты һәм был колл-үҙәк коронавирусҡа бәйле эшләгән төп “ҡыҙыу бәйләнеш”тәрҙең береһе, тип белдерҙе.
Үҙәк "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса ойошторолған. Унда махсус әҙерлек үткән 25 оператор тәүлек әйләнәһенә халыҡтан һорауҙар ҡабул итә һәм профилле ведомстволарға йүнәлтә, йә иһә үҙҙәре яуап бирә.
Тәүлек эсендә республика халҡынан 8-800-201-89-03 һандары буйынса 350-нән ашыу шылтыратыу теркәлгән.
Унда сит төбәктән ҡайтҡас, ҡайҙа коронавирус инфекцияһына тикшерелергә, яңғыҙ пенсионерҙарға нимә эшләргә, битлектәрҙе ҡайҙан алырға, карантин режимын боҙоусылар хаҡында ҡайҙа хәбәр итергә кеүек һорауҙар менән бер рәттән, “ниңә һаман сауҙа үҙәктәрен япмайҙар” йәки “ниңә автобустар йөрөй, унда кешеләр күп бит” кеүегерәк һорауҙар ҙа яңғырай икән.
Төрлө ведомство вәкилдәре паникаға бирелмәҫкә, тыныслыҡ һаҡларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, барлыҡ йәмәғәт урындарында ла даими дезинфекция үткәрелеүе, персоналдың инструктажды теүәл үтәүен белдерҙе.
Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү, халыҡҡа ваҡытында мәғлүмәти һәм медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелә. Шуға күрә фәҡәт рәсми сығанаҡтарға таянырға, тыныслыҡ һаҡларға кәңәш итәбеҙ.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас