Уҙған ял көндәрендә муниципалитеттар өмәләр уҙғарҙы. Мәҫәлән, Өфөлә Таҙалыҡ көнөндә 20 меңдән ашыу кеше тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға өлөш индерҙе, был эштәргә 848 берәмек техника йәлеп ителде.
Был эштәрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте, министрлыҡтар, ведомстволар, Өфө ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, предпритиятие һәм ойошма эшселәре ҡатнашты. Улар ҡала паркттарында һәм скверҙарында, юл буйҙарында, йорттар араһындағы ҡарҙы таратты.
Ҡаланы таҙартыу буйынса төп эш торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре иңендә. Өмә ваҡытында иһә күмәк көс менән 4500 кубометр сүп-сар сығарылған. Күп фатирлы йорттар араһында тәртип урынлаштырыуға 812 урам һепереүсе, слесарь, йыйыштырыусы һәм сантехник йәлеп ителә. Бынан тыш, подъездарҙы санитар таҙартыу һәм дизенфекциялау буйынса етди эш алып барыла. Төп магистралдәрҙе, урамдарҙы һәм юл инфраструктураларын ҡарҙан таҙартыуға, юл билдәләрен, светофорҙарҙы һәм канализация рәшәткәләрен йыуыуға айырыуса иғтибар бүленә.
Ҡар ерҙән әрселгәс иһә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ағас ултырытыу эштәре лә йәйелдереләсәк. Был изге эштәребеҙ менән “Экология” милли проектын бойомға ашырыу