Рәсәй Федерацияһы территорияһында яңы короновирус инфекцияһы (nCoV — 2019) таралыу хәүефенә бәйле һәм РФ Юғары Суд Президиумының ағымдағы йылдың 18 мартындағы ҡарарына, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың республика территорияһында “Юғары әҙерлек” режимына күсеү тураһындағы күрһәтмәһенә ярашлы, 2020 йылдың 19 мартынан 10 апреленә тиклем БР Ҡырмыҫҡалы район-ара судында түбәндәге сикләүҙәр индерелә:
Граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙәр (документтарҙы ҡабул итеү, биреү, эштәр менән танышыу) туҡтатыла. Документтар судтың рәсми сайтындағы “Процессуаль документтарҙы электрон ысулда биреү” бүлеге аша йәки почта элемтәһе ярҙамында тапшырылырға тейеш. Суд эштәрен ҡарау ябайлаштырылған производство тәртибендәге эштәр буйынса ғына башҡарыла. Шулай уҡ кисектерелмәгән характерҙағы эштәр (яза сараларын һайлау, оҙайтыу, үҙгәртеү йәки кире ҡағыу, балиғ булмағандың йәки билдәләнгән тәртиптә эшкә яраҡһыҙ тип һаналған кешенең хоҡуҡтарын яҡлау һәм башҡалар) буйынса һәм видео бәйләнеш системаларын ҡулланып ҡына суд ултырыштары үткәреләсәк. Эштә ҡатнашыусыларҙың документтар менән танышыуға мөмкинлеге сикләнә. Был аппеляция һәм кассация ялыуҙарын әҙерләү өсөн дөйөм тәртиптә ҡаралған эштәргә (суд акты булғанда) ҡағылмай. Кисекмәҫтән башҡарылырға тейеш суд акттары буйынса башҡарыу ҡағыҙҙарын ғына ҡулға биреү рөхсәт ителә. Дөйөм тәртиптә ҡараласаҡ эштәр буйынса 2020 йылдың 19 мартынан 10 апреленә тиклем арауыҡта билдәләнгән суд ултырыштары үткәрелмәйәсәк. Был эштәр буйынса башҡарыуҙар килеп тыуған хәл үҙгәргәнсә туҡтатыла. Суд ултырыштарының яңы датаһы һәм ваҡыты өҫтәлмә рәүештә хәбәр ителәсәк. Суд процестарында ҡатнашмаған кешеләргә суд бинаһына инеү сикләнә. Киҫкен респиратор ауырыуы билдәләре булған граждандарға, шулай уҡ суд бинаһына инеү тыйыла. Ҡырмыҫҡалы район-ара суды.