Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 17:02

Әйтеп ҡалығыҙ!

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Совет майҙаны тирәһен үҙгәртеп ҡороу буйынса йәмәғәт тыңлауҙары 11 мартта Башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залында (Октябрь революцияһы урамы, 3а) уҙасаҡ.

Ошо айҡанлы ҡала етәкселеге 10 март көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем иҫкәртеүҙәр һәм тәҡдимдәр ҡабул итә. Уларҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә йәки Баш архитектураға (Рәсәй урамы, 50-се йорт, 40-сы кабинет) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы ҡаһармандарҙың исемдәрен мәңгеләштеү буйынса республикала ҙур эштәр атҡарыласаҡ. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың аҙағына тиклем баш ҡаланың Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу һәм парк зонаһын төҙөкләндереү ҡаралған. Әле был майҙан автомобилдәр туҡталҡаһы булып хеҙмәт итә, шуға ла хәҙер транспортты ҡуйыу мәсьәләһе лә тикшереләсәк.
Читайте нас: