Инйәр
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 16:53

“Урмандарҙы һаҡлау”

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, былтыр республиканың Урман хужалығы министр­лығына ҡараған предприятиеларға ҡеүәтле техника тапшырылды. Ишембай районындағы Маҡар урман хужалығына ла әлеге программа буйынса бөтәһе 46,5 миллион һумға торошло техника алынған.

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, былтыр республиканың Урман хужалығы министр­лығына ҡараған предприятиеларға ҡеүәтле техника тапшырылды. Ишембай районындағы Маҡар урман хужалығына ла әлеге программа буйынса бөтәһе 46,5 миллион һумға торошло техника алынған.

Улар араһында һабан, культиватор, кәҫ аҡтарыу кеүек урман тергеҙеү техникаһы, “Беларусь-82.1” тракторы, тағыл­ма, ҡыуаҡ ҡырҡҡыс, ағас әҙер­ләүгә тәғәйенләнгән “Харвестер Амкодор 2521”, “Форвардер Амкодор 2662-01” кеүек ҡеүәтле сит ил автомобилдәре бар.

Беҙ барғанда, Маҡар урман хужалығы Верхотор участ­ка­һының диләнкәһендә эш ҡай­най ине. “Форвардер Амкодор 2662-01” автомобилендә оператор-машинист Айҙар Мөхә­мәт­йәнов ағас тейәй. Ул сығы­шы менән Кинйәбулат ауылынан, яңы техникала эшләргә са­ҡырғастар, ҡуш ҡуллап риза булған. “Урман хужалығы опе­ра­тор-машинист һөнәренә уҡыт­ты. Яңы техникала эшләүе рә­хәт, йылы кабина, музыка, ел­лә­теү системаһы кеүек бөтә уңай­лыҡтар ҙа бар. Хеҙмәт ха­ҡы­на ла зарланмайым”, – ти Айҙар.

Верхотор ағас әҙерләү участ­каһы мастеры Артем Мальгинға 33 йәш. Уның өсөн урман шө­ғөлө ят түгел, инде ун йылдан ашыу скандинав технологияһы менән ағас әҙерләүсе пред­приятиеларҙа эшләгән.

– Быға тиклем Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта йөрөнөм. Маҡар урман хужалығына яңы комплекс килеүен ишеткәс, тыуған ерҙә эшләү мөмкинлеге тыу­ған­ға ҡыуанып, ағайым Вячеслав менән бергә ошонда урын­лаштыҡ. Ул да был йүнәлештә тәжрибәле хеҙмәткәр. Әле “Харвестер Амкодор 2521” автомобилендә ағас ҡырҡа, ботаҡтарҙы быса һәм продукцияны сорттарға айыра. Себергә йөрөмәйенсә лә аҡса эшләргә була, – ти Артем Мальгин.

Диләнкәләргә яңы техни­каның килеүе хужалыҡтың күрһәткестәрен яҡшыртыуға булышлыҡ иткән. Верхоторҙағы бригадала биш кеше ағас әҙер­ләй. “Заманса техника булмаһа, бында 15 кеше бил бөгөр ине”, – ти Артем.

Маҡар урман хужалығында үҙебеҙҙең урындағы халыҡ эш­ләүе лә ҡыуандыра. Мәҫәлән, был бригаданан водитель Ринат Насретдинов – Бәләкәй Мәҡсүт, водитель-тейәүсе Салауат Дәү­ләт­шин – Әрмет-Рәхим, води­телдәр Рәмил һәм Азат Исмә­ғи­левтәр Петровский ауылынан.

– Милли проект сиктәрендә ғүмерҙә күрмәгән техника килә, Хөкүмәткә рәхмәт. Былтыр бөтәһе 2560 кубометр ағас етештерҙек, быйыл ике айҙа ошо күрһәткесте үтәнек. Берҙән, күптәнге көтөп алған хыял был, икенсенән, эшләргә кеше еткереп булмаған заманда кадрҙар мәсьәләһен дә хәл итеүгә булышлыҡ итә милли проект. Алынған техниканың етештереү ҡеүәте бик юғары. Ошо тиҙлекте һаҡлаһаҡ, техниканың хаҡын өс йылда ҡайтарасаҡбыҙ. Әле насар сортлы япраҡлы урманды “Кроношпан” предприятиеһына ташыйбыҙ. Таҙарған диләнкәлә тиҙҙән яңы урман ҡалҡып сығасаҡ, – ти Маҡар урман хужалығы директоры Сәлим Хафизов.
Читайте нас