Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
23 Марта 2020, 11:49
“Сәләмәт йылмайыу” программаһы
“Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы был ҡарарҙы ата-әсәләр ҙә, мәғариф тармағы коллективтары ла хуплап ҡаршы алды.
Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырыштарының береһендә ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны.
“Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы был ҡарарҙы ата-әсәләр ҙә, мәғариф тармағы коллективтары ла хуплап ҡаршы алды.
Бөгөн Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса теш табибы бүлмәһе асылды. Стоматология кабинеты йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер: сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Бында райондың башҡа мәктәптәренән дә график буйынса уҡыусылар ҡабул ителәсәк.
Ҙурайғас та тештәрең ебәк епкә теҙелгән кеүек һоҡландырһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән үк хәстәрләргә кәрәк. Ә бының өсөн хәҙер республиканың мәғариф учреждениеларында мөмкинлектәргә юл асылыуы хуплауға лайыҡ.
Әйткәндәй, уҡыу йылы тамамланыуға тиклем райондың Йәнтеш һәм Бүребай мәктәптәрендә лә стоматология кабинеттары асыу ҡаралған.
"Башҡортостан" гәзитетән
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур