Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 16:58

Бөйөк Еңеү айҡанлы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2020 йыл илебеҙҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2020 йыл илебеҙҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Республиканың Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Башҡортостан бюджетынан 187 миллион һумды бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәргә бүлергә ҡарар ителде.
Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, ветерандарына, шулай уҡ концлагерҙар тотҡондарына – 25-әр мең һум, тыл эшсәндәренә, һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына бишәр мең һум түләнә.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы күләмле саралар планлаштырыла. Улар иҫәбендә төбәктә тәүге тапҡыр тормошҡа ашырылған акциялар ҙа бар. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары өсөн “шәхси ярҙамсы” социаль хеҙмәте (үҙ-үҙен ҡарай алмаған өлкәндәргә аҙнаһына 16-28 сәғәт дауамында) күрһәтелә. Әле Башҡортостанда бындай ярҙамға мохтажлыҡ кисергән 69 ветеран йәшәй.
Читайте нас: