Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
20 Марта 2020, 08:25
Мөрәжәғәттә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ
Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй акцияһының беренсе этабы үткәрелә.
Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эшмәкәрлеккә йәмәғәтселекте йәлеп итеү, оператив – әһәмиәтле мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм тикшереү буйынса эштәрҙе ойоштороу маҡсатында 2020 йылдың 16 мартынан 27-һенә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй акцияһының беренсе этабы үткәрелә.
Ошо йүнәлештә мәғлүмәттәрҙе БР буйынса Эске эштәр министрлығының “ышаныс телефоны”на 8(347) 2-79-32-92 һәм райондағы полиция бүлегенең дежур часына 8(34774) 2-13-44, 8-999-741-11-42 телефондарына шылтыратып тапшырырға мөмкин. Килгән бөтә мәғлүмәт мотлаҡ тикшереләсәк һәм бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Наркоманияға ҡаршы бергәләп көрәшкәндә генә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә була. Шуға күрә сараны ойоштороусылар граждандарҙың әүҙем социаль ҡарашына өмөт итә.
Валерий Антипин,
полиция бүлексәһе начальнигы вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"