“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ эшен асыусыларға төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта эшҡыуарлыҡ сәғәте форматында сираттағы кәңәшмәһен уҙғарҙы. Ултырышта ике проект ҡаралды.
Беренсе ҡатнашыусы ҡалала туризмды үҫтерергә, килгән туристар өсөн ҡунаҡ йорттары төҙөргә планлаштыра. Бының өсөн күҙаллаған ер участкалары баҡсасылар ширҡәте биләмәһендә урынлашҡан. Инвестор ошо ерҙә эшҡыуарлыҡ алып барыу буйынса кәңәштәр һорап мөрәжәғәт итте.
Икенсе эшҡыуарҙың уй-ниәттәре лә туризм өлкәһенә ҡағыла, ул ҡалала магазин төҙөп, унда бал, ҡымыҙ, ҡорот кеүек милли продукция һатырға уйлай. Инвесторҙың продукция етештереү һәм һатыу өсөн бөтә мөмкинселектәре бар. Ул ҡала ситендә сауҙа нөктәһе өсөн ер участкаһы бүлеүҙәрен һораны.
Андрей Иванюта инвесторҙарҙың инициативаларын хуплауын белдерҙе, гүзәл тәбиғәтле Белоретта туризмды үҫтереүгә иғтибар биреләсәген билдәләне. Яуаплы ведомстволарға инвесторҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.