Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
18 Марта 2020, 13:39
Айырым сүп-сар өсөн контейнерҙар
Урал Искәндәров үҙ сығышында Башҡортостан биләмәһендә “Экология” милли проекты сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне, студенттарҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.
Башҡорт дәүләт аграр университетында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров студенттар менән осрашты. Урал Искәндәров үҙ сығышында Башҡортостан биләмәһендә “Экология” милли проекты сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне, студенттарҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.
Был осрашыу сиктәрендә тағы ла бер мөһим сара ҡаралғайны – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ” ойошмаһы вәкилдәре “Студенттар сүп-сарҙы айырым йыйыу яҡлы” проектын тәҡдим итте. Ул ижтимағи, мәғариф, экология кеүек өлкәләрҙе үҙ эсенә алыу сәбәпле, айырым әһәмиәткә эйә. Проект үҙ эшен башланы тип әйтергә лә була – БДАУ биләмәһендә контейнерҙар ҡуйылды.
Шулай уҡ Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында килешеү төҙөлдө. Тәбиғәтте һаҡлауға, республикала туризм тармағын үҫтереүгә, “Экология” милли проектына ҡараған төбәк проекттарын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән килешеү сиктәрендә аграр университет студенттары махсус лекция тыңлаясаҡ, уларға дәрес-семинарҙар ойоштороласаҡ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"