Башҡортостан Республикаһында киҫкен хәлде тотороҡлаштырыу, ҡабаттан ҡылынған енәйәттәр һанын кәметеү, рецидив енәйәтселекте иҫкәртеү, эске эштәр органдарында һәм енәйәти-башҡарыу инспекцияларында иҫәптә тороусыларға профилактик тәьҫир яһауҙың йоғонтололоғон арттырыу маҡсатында ағымдағы йылдың 13 мартынан 22-һенә тиклем “Шартлы рәүештә хөкөм ителеүсе” исеме аҫтында оператив-профилактик сара уҙғарыла. Ул енәйәти-башҡарыу инспекцияларында иҫәптә тороусы граждандар тарафынан ҡабаттан енәйәт ҡылыуҙы һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеүгә, шулай уҡ йәмәғәтселеккә ҡаршы йәшәү рәүеше алып барған, иректән мәхрүм итеүгә бәйле булмаған енәйәт язаһын үтеү тәртибен һәм шарттарын боҙған иҫәптә тороусыларға ҡарата ваҡытында тәьҫирле саралар күреү һәм иҫәпкә ҡуйыуға йүнәлтелгән.