Туризм өлкәһендә һалым түләүҙе көйләү, уңайлы шарттар булдырыу – ҡыҙыҡлы фекер. Шулай уҡ Башҡортостанда туризм буйынса кадрҙар етмәүе лә – ҙур һәм хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә. Был йәһәттән Радий Хәбировтың үҙ стратегияһы бар, ул урта һәм махсус белем биргән уҡыу йорттары директорҙары менән һөйләшеп, махсус курстар асылырға тейешлеге хаҡында әйтте.
Тәҡдим ителгәндәр араһында Башҡортостанда бөтә Рәсәй видеоблогерҙар фестивален үткәреү тигән проект та бар ине. Төбәк етәксеһе был идеяны ла хупланы, видеоблогерҙар үҙ эштәрен тап туризмға арнаһын ине тип белдерҙе, “Әйҙәгеҙ, үткәрәйек!” тип күтәреп сыҡты.