Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
13 Марта 2020, 12:45
«Салауат Юлаев» Өфөлә «Аҡ Барыҫ» менән уйынға билеттар һатыуҙы туҡтатты
Ҡазандың «Аҡ Барыҫ» хоккей клубы КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы плей-офф ярымфинал серияһының «Салауат Юлаев» менән уйындарына билеттар һатыуҙы туҡтатты.
«Башинформ» агентлығына «Аҡ Барыҫ» хоккей клубы медиа-үҙәге етәксеһе Михаил Степанов хәбәр итеүенсә, был яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле
«Беҙ ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың ҡарарҙарын көтәбеҙ», — тине Степанов.
«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән бөгөн 24 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында булырға тейешле дүртенсе уйынға билеттар һатыуҙы туҡтатыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. 22 мартҡа «Өфө-Арена»ға бөтә билеттар һатылып бөткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әгәр уйынды тамашасыларһыҙ уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителһә, клуб уларҙың тулы хаҡын ҡайтара.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"