Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 15:54

Күсмә ФАП ауылдарға сыға

медицина белгестәре халыҡҡа яҡыная

Район ауылдары буйынса күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты комплексы эшмәкәрлеген башлай. Был комплекстар тулыһынса заман талаптарына яуап бирә. Бензинлы генераторҙарҙың автомашинаны электр һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүе медицина тикшереүен йыл әйләнәһенә үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункты график буйынса төрлө ауылдарға сығасаҡ.
Шулай итеп, 5 март Победа (яуаплы Л.А.Хомич, Д.Р.Вәхитова), 10 март — Сикйылға (Л.А.Хомич, Д.Р.Вәхитова), 12 март — Лукинский, Кузнецовка һәм Мағаш (яуаплы Н.Н.Жаворонкова), 17 март — Зәйет ( А.Х.Арыҫланова), 19 март — Ҡыҙыл Ырғыҙлы, Бәйес (А.Я.Ғималиева), 24 март — Орловка, Аҡкүл, Андреевка (Ф.Н.Түзбәкова), 26 март — Тәүәкәс (А.Р.Гәрәева), 31 март — Ғәйфулла ауылында (А.Р.Гәрәева) табиптар килеүе көтөләсәк.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: