Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 13:20

Беренсе балаға әсәлек капиталы

Әсәлек капиталы беренсе бала тыуғас та тапшырыла башлай.

Рәсәйҙә түләүҙәр программаһы киңәйтелгән законға ҡул ҡуйылды
Әсәлек капиталы беренсе бала тыуғас та тапшырыла башлай. Рәсәй президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын киңәйткән законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, программа 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыла. Ике балалы ғаиләләр өсөн түләү күләме арта. Шулай уҡ түләүҙәрҙе йыл һайын индексациялау ҡаралған.
Капиталды 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балаһы тыуған йәки уллыҡҡа алған ғаиләләр алырға мөмкин, уларға 466 617 һум түләнә. Икенсе һәм артабанғы бала донъяға килгән йәки уллыҡҡа алынған осраҡта түләү күләме 616 617 һум була.
Ғаиләләрҙең әсәлек капиталын торлаҡ һалыуға йәки реконструкциялауға (шул иҫәптән баҡса участкаларында) йүнәлтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Бының өсөн ергә хоҡуҡтың һәм торлаҡ төҙөүгә рөхсәттең булыуы мөһим шарт.
Әсәлек капиталы программаһының ғәмәле биш йылға оҙайтылды. 2026 йылдың аҙағына тиклем сабыйҙары тыуған йәки уллыҡҡа алған ғаиләләргә әсәлек капиталы рәүешендә хөкүмәт ярҙамы күрһәтеләсәк.
Быйыл Рәсәйҙә миллиондан ашыу ғаилә беренсе һәм икенсе балаға аҡса алыр тип көтөлә.
*
Әсәлек капиталы программаһы буйынса атап үтелгән үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырыу 2020 йылда Рәсәй Пенсия фонды ҡаҙнаһының сығымдарын 112 миллиард һумға (йәғни 316,4 миллиардтан 428,3 миллиард һумғаса) арттырыуҙы талап итә. 2021 йылда иһә әсәлек капиталы программаһы өсөн фодтың өҫтәлмә сығымдары 193,1 миллиард, ә 2022 йылда — 282,7 миллиард һум буласаҡ.
Александр Комзалов,
райондағы пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: