Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2020, 12:05

“Йәйәүле” сараһы бара

Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тарафынан район территорияһында “Йәйәүле” профилактик сараһы уҙғарыла.

Йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында 2020 йылдың 4 мартынан 13-өнә тиклем Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тарафынан район территорияһында “Йәйәүле” профилактик сараһы уҙғарыла. Улар айырыуса билдәләнмәгән урында юл аша сығыусы йәйәүлеләргә, шулай уҡ йәйәүлеләр сыға торған урында юл бирмәгән водителдәргә иғтибар итә. Сара юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәйәүлеләргә бәйле автомобиль аварияларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү хаҡында иҫегеҙгә төшөрә. Водителдәр, йәйәүле юл аша сыға торған урындарҙа айырыуса иғтибарлы булыуығыҙҙы, көйләнмәгән юл саттарына яҡынлағанда тиҙлекте кәметеүегеҙҙе үтенәбеҙ, кеше булған осраҡта мотлаҡ туҡтап, уға юл бирегеҙ. Юл аша сығыу урындарында йәйәүлене үткәрмәгән өсөн 1500 һум административ штраф билдәләнәсәк. Йәйәүлеләргә, үҙ сиратында, хәүеф янамауына ышанғас ҡына юлды аша сығырға кәңәш ителә. Шулай уҡ уларға кейемдәрендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар йәбештереү мөһим.
Евгений Чернов,
район буйынса ЮХХДИ бүлегенең дәүләт инспекторы.
Читайте нас: