Инйәр
+13 °С
Облачно
Новости
4 Марта 2020, 06:10
Өсөнсө урындабыҙ!
Рәсәй экспорт үҙәгендә Башҡортостандың экспортҡа сығарыусылар менән эшен юғары баһаланылар.
Рәсәй экспорт үҙәгендә Башҡортостандың экспортҡа сығарыусылар менән эшен юғары баһаланылар.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй экспорт үҙәге 2019 йылғы эшкә йомғаҡ яһаған һәм рейтинг төҙөгән. Шулай итеп, төбәктәге экспортҡа ярҙам итеү, яңы экспортҡа сығарыусылар һаны, экспортҡа ташыу күләме, география һәм башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алынған.
Башҡортостан, Мәскәү өлкәһенән һәм Алтай крайынан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды биләгән. Республиканың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 114 предприятие-ойошма экспортҡа сығарылған. Улар экспорт менән бәйле 170-тән ашыу килешеү төҙөгән.
Ошо үрҙә әйтелгән бар эштәр ҙә Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше”, “Башҡортостан Республикаһында экспорт хеҙмәттәренең үҫеше” төбәк проекттарының уңышлы тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 641 субъект республиканың экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенең хеҙмәттәренән файҙаланған. Шулай итеп, экспортҡа сығарыу өсөн ярҙам күләме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"