Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
2 Марта 2020, 06:29
Мөһим эш
Ошо көндәрҙә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынының Шәфҡәт туташтары эшмәкәрлегенә идара итеү Советының ултырышы үткән. Унда ведомствоға ҡараған ойшмаларҙың өлкән шәфҡәт туташтары ҡатнашҡан.
Ошо көндәрҙә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынының Шәфҡәт туташтары эшмәкәрлегенә идара итеү Советының ултырышы үткән. Унда ведомствоға ҡараған ойшмаларҙың өлкән шәфҡәт туташтары ҡатнашҡан.
Кәңәшмәлә медицина ойошмаларының сифат менеджменты системаһы мәсьәләләре, медицина эшмәкәрлегенең яңы системаһына күсеүгә бәйле аккредитациялау, өҙлөкһөҙ медицина белемен камиллаштырыу проблемалары күтәрелгән.
Министрлыҡтың шәфҡәт туташтары эшмәкәрлеге буйынса штаттан тыш белгесе Ирина Засыпкина 2019 йылға отчет тәҡдим иткән. Мәғлүм булыуынса, медицина ойошмаларының урта белемле медперсонал менән тәьмин ителеше 2017 йылдағы 83 проценттан 2019 йылда 84,3 процентҡа еткән. Уларҙың сертификацияларына килгәндә, юғары, урта һәм фармацевт белемле белгестәрҙең 36220-һе сертификатлы, был дөйөм һандың 97 процентын тәшкил итә. Ҡалған өс процентҡа килгәндә, улаҙың 0,2 проценты – вазифаһы буйынса сертификат алып өлгөрмәгән йәш белгестәр, 1,72 проценты – Башҡорт дәүләт медицина университетының диплом алып өлгөрмәгән студенттары, ҡалғандары – декрет ялындағы һәм башҡа белгестәр.
Республика ФАП-тарында 2056 белгес эшләй, уларҙың 254-е “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса халыҡты хеҙмәтләндерә. 2019 йылда ФАП-тарға тағы ла 126 белгес эшкә урынлашҡан.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала яңы объекттар төҙөлә, ҙур суммалар медицина учреждениеларын төҙөкләндереүгә, заманса ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә лә иғтибар бүленә, сөнки юғары квалификациялы белгестәр булмай тороп, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу булмай.
Мәғлүм булыуынса, республика етәкселеге медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбенә ҡуя. Был эштең аныҡ һөҙөмтәләрен күрәбеҙ: Башҡортостандың төрлө медицина ойошмаларында кадрҙар дефициты һиҙелерлек кәмене.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"