Инйәр
+19 °С
Облачно
Новости
2 Марта 2020, 09:22

Хөрмәтле Архангел районы башҡорттары!

1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Беҙҙең халыҡ борон-борондан ғаилә йәнле, бала һөйәр, туған хисле ҡәүем ул. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар.
Яҙҙың тәүге көнө — тереклеккә яңы һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле. Тап ошо көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә тереһыуҙар һипкәндәй, бәхетебеҙ артыуҙың, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булһын! Йылдың бер көнөндә генә түгел, көн һайын иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, һоҡландырып йәшәргә яҙһын!
Милләттең көсө — уның ғаиләһендә! Ғаиләләребеҙ ишле, татыу, бәхетле булһын! Киләсәк бишегендә әленән-әле башҡорт сабыйҙары бәүелһен, телһөйәр, илһөйәр балалар үҫһен, халҡыбыҙ ишле булһын! Байрамыбыҙ менән, милләттәштәр!
Фәнзил Хисаметдинов,
район башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе.
Читайте нас