“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарына ярашлы, Башҡортостандың дауаханалары һәм поликлиникалары роботлаштырылған механотерапия аппараттары ала башланы, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.

Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһы заманса ҡорамалды тәүгеләр рәтендә алды. Баш ҡаланың йәнә 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы балалар поликлиникалары, 17-се балалар клиник дауаханаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы ошондай аппаратлы буласаҡ.