Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
25 Февраля 2020, 12:55
Башҡортостан башлығы: «Фараздар аныҡ түгел, ләкин ташҡындың көслө булыуы ихтимал»
Башҡортостанда 2020 йылдың ташҡын һыуҙарын аварияһыҙ үткәреүгә әҙерлек эштәре башланды
Был хаҡта 25 февралдә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
«Хакимиәт башлыҡтарына ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса муниципаль саралар планын әҙерләргә, ташҡын осоронда оператив һәм комплекслы яуап биреү өсөн көстәрҙе әҙерләүҙе ойошторорға, гидротехник ҡоролмаларҙы һәм хәбәр итеү системаларының әҙерлеген өҙлөкһөҙ күҙәтергә тәҡдим итәбеҙ», — тине ул.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, быйыл ҡар күп.
«Әйҙәгеҙ, видеоконференция бәйләнешендә яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһен ҡарайыҡ. Фараздар аныҡ түгел, ләкин беҙ ташҡындың көслө булыуы ихтимал, тип әйтә алабыҙ», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1417851-glava-bashkirii-prognozy-razmytye-no-vozmozhno-zhdem-silnyy-pavodok/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"