23 февраль — илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың һәм бөгөн уның тыныслығын ҡурсалаусыларҙың барыһының да батырлыҡ, илһөйәрлек символына әүерелгән халҡыбыҙҙың яратҡан байрамы. Был көндө беҙ ғәйрәтле Хәрби Көстәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ, ғорурлыҡ һәм рәхмәт йөҙөнән тарихыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ биттәрен иҫкә алабыҙ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡан түккән, “ҡайнар нөктәләрҙә” һалдат бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Был байрам барыбыҙға ла гражданлыҡ бурысы, ир-егеттәрҙең төп тәғәйенләнешен иҫкә төшөрә, батырлыҡ, намыҫлыҡ һәм илгә тоғролоҡ символы булып тора. Ул үҙенең тыныс хеҙмәте һәм хәрби ҡаһарманлығы менән илебеҙҙең данын һәм көсөн нығытҡандарҙың барыһын берләштерә, уның территориаль бөтөнлөгөн һәм милли мәнфәғәттәрен һаҡлай.
Районыбыҙҙың бөтә кешеләрен байрам менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, уларға ғаилә именлеге, алға ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ.
муниципаль район Советы рәйесе.
муниципаль район хакимиәте башлығы.