Инйәр
+10 °С
Облачно
Новости
20 Февраля 2020, 12:05
Бөйөк Еңеүгә – ярыш
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы уңайынан Зәйет ауылында балалар, йәштәр һәм ололар араһында саңғы ярышы ойошторолдо.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы уңайынан Зәйет ауылында балалар, йәштәр һәм ололар араһында саңғы ярышы ойошторолдо.
Спорт сараһын мәктәп директоры Зәғәфүрән Ғафаров асты. Ул үҙенең сығышында 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһында һөйләне. Шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, физик күнемәләр менән шөғөлләнеүҙең мөһимлеген белдерҙе.
Артабан бәйгене ойоштороусы һәм бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Илгиз Рахматуллин ҡағиҙәләр менән таныштырғандан һуң, саңғысылар старт һыҙығына баҫты. Ярыш йәш категориялары буйынса төрлө дистанцияларҙа уҙҙы.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса старт һыҙығына тәүгеләрҙән булып килгәндәр Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар, ә иң мөһиме яөшы кәйеф менән бүләкләнде.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"