Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
20 Февраля 2020, 12:19
Һаҡланғанды һаҡлармын
20 февралдән Өфө ҡалаһы Ғөбәйҙуллин урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан күп функциялы үҙәк бүлексәһендә ВИЧ инфекцияһына түләүһеҙ һәм аноним экспресс-тест үтеү буйынса акция старт алды.
Теләгән һәр кем экспресс диагностика эшләй ала. Унда ирекмәндәр, шәфҡәт туташы, консультант һәм психологтар эшләйәсәк.
ВИЧ инфекцияһына тест үткәндән һуң, һөҙөмтә 15-20 минутта әҙер була. Белгестәр урында уҡ консультация үткәрәсәк, сирҙең йоғоу юлдары, үҙенсәлектәре һәм ВИЧ инфекцияһын профилактикалау ысулдары тураһында файҙалы аңлатыу эштәре алып барасаҡ.
ВИЧ инфекцияһын иртә диагностикалау кешегә дауаланыуҙы ваҡытында башлап, үҙ ғүмерен һаҡларға мөмкинлек бирә.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"