Инйәр
+23 °С
Ясно
Новости
18 Февраля 2020, 08:41
Владимир Путин Кореяға йыйына
Рәсәйҙең Сеулдағы илсеһе Андрей Кулик белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Көньяҡ Кореяға сәфәр ваҡыты яраштырыла
Рәсәйҙең Сеулдағы илсеһе Андрей Кулик белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Көньяҡ Кореяға сәфәр ваҡыты яраштырыла.
“2018 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙәге һөйләшеүҙәр барышында Президент Владимир Путин Корея Республикаһы етәксеһе Мун Чжэ Индың саҡырыуын ҡабул иткәйне. Әле дипломатик каналдар буйынса сәфәр ваҡыты яраштырыла”, – тине ул.
Илсе әйтеүенсә, 30 йыллыҡ дипломатик мөнәсәбәттәр юҫығында Мәскәү менән Сеул араһындағы бәйләнештәрҙең әүҙемләшеүе көтөлә.
Мәғлүм булыуынса, Корея Республикаһы Азия-Тымыҡ океан төбәгендә Рәсәйҙең иң мөһим партнерҙарының береһен тәшкил итә. Ике ил парламенттары һәм именлек советтары араһындағы мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Дәүләттәр араһында сауҙа, инвестиция, балыҡсылыҡ, хәрби-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек һәм башҡа өлкәләрҙе үҙ эсенә алған 50-нән ашыу килешеү төҙөлгән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"