Быйыл республиканың 1900-ҙән ашыу юл объекттарында ремонт һәм төҙөлөш эштәре планлаштырыла. Был турала оператив кәңәшмәлә республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
Бының эсенә ике мең километр юлды төҙөкләндереү, 40-45 километрын төҙөү, 40 күперҙе ремотлау һәм төҙөү инә. Ағымдағы йылда Юл фонды 19 миллиард 116 миллион һум тәшкил итәсәк. Уның 1,78 миллиард һумы - федераль бюджеттан.
Юл фондының 38,5 проценты юлдарҙы ремонтлау һәм капиталь ремонтлауға, 30 проценты – тәртиптә тотоу, 27 проценты – төҙөлөш һәм реконструкцияға тотоноласаҡ. Фонд күләме үҫәсәк – федераль ҡаҙна ярҙамына 9,6 миллиард һумлыҡ заявка ебәрелгән. Бынан тыш, 1,5 миллиард һум аҡсаны “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты аша алыу планлаштырыла.
Аҡсаның ҙур өлөшө күләмле проекттарға тотоноласаҡ. Мәҫәлән, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын, ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә күпер, Өфө һәм агломерацияла интеллектуаль идара итеү системаһын үҫтереү, “Бөрө – Таштүбә – Һатҡы” юлын реконструкциялау, Өфөлә Интернациональ урамы яғында Ағиҙел аша күпер проекты, Ҡариҙел йылғаһында Шаҡша күперен ремонтлау, иҫке Затон күперен ремонтлау һәм башҡалар.
“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса юл төҙөүгә 200 миллион һум федераль аҡса килеүе көтөлә. Бында республика ла ярҙам итәсәк. Уның буйынса Салауат, Йәрмәкәй, Кушнаренко һәм Дәүләкән райондарында юл эштәре башҡарыласаҡ. Был объекттарҙың бөтәһе буйынса ла подрядсылар эш башларға әҙерләнә.
Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, 47 муниципалитет быға тиклем алынған субсидиялар буйынса отчет ебәрмәгән. Ул яңыларын алыу өсөн кәрәк.
– Уларҙы ваҡытында әҙерләмәү артабан финанс алыуҙы тотҡарлай һәм юл төҙөлөшө миҙгелен башлауҙа өҙлөктәр тыуҙырыуы ихтимал. Был аҙна бөткәнсе отчеттарығыҙҙы тапшырығыҙ, – тине ул.
Радий Хәбиров ваҡытында конкурстар үткәрергә һәм подрядсыларҙы һайларға ҡушты.
– “Тыуған урам” проекты сиктәрендә, әгәр муниципалитет яҡшы һөҙөмтә гарантияламай икән, бөтөнләй аҡса бирмәгеҙ. Юл һалынғас, муниципалитет башлығы башҡа эштәрҙе лә башҡарырға тейеш: тротуарҙар эшләргә, яҡтылыҡ үткәрергә, кәртәләргә һәм башҡалар, – тине ул.