Район Советының дүртенсе саҡырылышының сираттағы 42-се ултырышы уҙҙы. Сарала БР Конкуренция сәйәсәте дәүләт комитеты рәйесе Динис Булатов, район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, уның урынбаҫарҙары, район Советы депутаттары, ауыл хакимиәтттәре башлыҡтары, ойошма һәм предприятие етәкселәре ҡатнашты.
Көн дауамында төрлө йүнәлештәге 17 мөһим һорау ҡаралды. Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев үҙенең һәм район хакимиәтенең эшмәкәрлеге, 2019 йылда райондың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса һөҙөмтәләр буйынса сығыш яһағандан һуң, район Советы рәйесе Рәүф Рахматуллин район Советының эшмәкәрлеге, урындағы үҙидара араһында килешеүҙәр, шулай уҡ 2020 йылға пландар, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Любовь Губачева бюджеттың үтәлеше, иҡтисад бүлеге начальнигы Виктор Пьянов ерләү буйынса хеҙмәттәрҙең хаҡтары кеүек һорауҙарҙы яҡтыртты.