Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 17:26

Тәнәфесһезме, әллә тәнәфесһеҙме? Хаталар ҡасан юғалыр?

Район үҙәге урамдары буйлап үткәндә башҡортса хатаһыҙ яҙылған алтаҡталарҙы күреп, күңел ҡыуана.

Район үҙәге урамдары буйлап үткәндә башҡортса хатаһыҙ яҙылған алтаҡталарҙы күреп, күңел ҡыуана. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаталар аҙым һайын тиерлек осрай. Беренсенән, улар күңелде ҡырһа, телдең бәҫен төшөрһә, икенсенән райондың йөҙөн күрһәтә. Хаталар аҙым һайын. Шәхси кибеттәр, сауҙа үҙәктәре районда көндән-көн арта, улар менән бергә хаталар ҙа күбәйә. Хәреф хаталарын берәүҙәр етди хата тип иҫәпләмәй, күрәһең, әммә тел камиллығы һәр һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына ҡайтып ҡала.
Элегерәк хакимиәттең алтаҡталарҙағы хаталарҙы тикшереү буйынса комиссия ултырышы уҙғарыла ине, һуңғы ваҡытта был эш туҡтап ҡалды микән? Терминология комиссияһының эшен йәнләндереп ебәргәндә, хаталар әҙерәк булыр ине, әлбиттә.
Шәхсән күҙәтеүемсә, районыбыҙҙа бихисап хаталарға юлыҡтым. Мәҫәлән, район үҙәгендәге дауаханала Архангель тип яҙып ҡуйғандар. Бер нисә йыл элек юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһенә район үҙәгенә ингән күрһәткестәр дөрөҫ яҙылмаған тип мөрәжәғәт иткәйнем. “Уларҙы алыштырғанда, беҙ иҫәпкә алырыҡ”,- тип вәғәҙә иткәйне. Ысынлап та, әлеге мәлдә иҫке күркһәткестәрҙә Архангел һүҙе дөрөҫ яҙылған. Был иһә етәксенең үҙенең һүҙенә тоғро ҡалыуына ла бәйлеҙер.
Алтаҡталарҙағы хаталар Башҡорт теле йылында көнүҙәк мәсьәлә. Хаталар берәй ҡасан бөтөрөлөрмө - юҡмы, билдәһеҙ... Шулай ҙа битараф ҡалмайыҡ. Үҙегеҙ йәшәгән урында урам исемдәрендәге, алтаҡталарҙағы башҡортса яҙмаларҙа хата күрһәгеҙ, фотоға төшөрөп, беҙҙең Бәйләнештәр социаль селтәренә һалығыҙ! Үҙебеҙ йәшәгән ауылға, районға битараф булмаһаҡ ине...
Читайте нас: