Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 17:30

“Башҡорт ихаталары” ҡайҙа буласаҡ?

2020 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Йәмғеһе 390 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана.

2020 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Йәмғеһе 390 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Атап әйткәндә, 2600 эскәмйә, 2000 сүп-сар һауыты, ике меңдән ашыу яҡтыртыу ҡорамалдары, 573 видеокамера урынлаштырыу, 170 контейнер майҙансыҡтары булдырыу күҙаллана.
Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Архангел ауылының Ворошилов урамы 113/1 һанлы күп фатирлы йорт тирәһе төҙөкләндереләсәк. Бер рәттән киләһе йылда ошо уҡ программа сиктәрендә район үҙәгенең Ленин (2-се һәм 4-се йорт), Совет (46,48), Лазо (6,8) урамдарында һәм Достоевский (1) тыҡырығында урынлашҡан күп фатирлы йорттар биләмәһендә төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу күҙаллана. Әлеге мәлдә район хакимиәте башлығы урынбаҫары С.В.Дунаев, Архангел ауыл хакимиәте башлығы Ғ.И.Төгөлбаев, идара итеү компанияһы етәксеһе В.Ф.Антипин тарафынан ошо йортта йәшәүсе халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе. Законһыҙ рәүештә төҙөлгән ҡаралтыларҙы һүтеү – төп мәсьәләләрҙең береһе булды.
Читайте нас: