Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
13 Февраля 2020, 08:30
Бында оло тарих тупланған...
“Инйәр” гәзите “Архангелем — тыуған төйәгем” тип аталған яңы рубрика асты.
Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ҡәҙерлеһе — тыуған тупраҡ, иң татлыһы — тәү эскән һыуың, ин йылыһы — һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме — тыуған өйөң, иң йәмлеһе — тыуған тәбиғәтең. Бына тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар. Шуларҙы ҡәҙерләгәндәр үҙ ерендәге оло һыуҙарҙың татын, ҙур уттарҙың ҡайнарлығын, яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер.
Районыбыҙға быйыл — 90 йәш. Бында йәшәгән халыҡтар уның тарихына матур эштәре, татыу тормош көтөүҙәре менән яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра. Районыбыҙҙа бөгөнгө йәштәргә сағыу өлгө булырҙай шәхестәр байтаҡ сыҡҡан. Ошоларҙы иҫәпкә алып “Инйәр” гәзите “Архангелем — тыуған төйәгем” тип аталған яңы рубрика асты.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙән районыбыҙ тарихына ҙур өлөш индергән шәхестәр, ойошмалар һәм предприятиелар, хатта ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында яҙмалар көтөп ҡалабыҙ.
Мөхәрририәт.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"