Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 16:32

Йондоҙнамә (10-16 февраль)

Йондоҙнамә (10-16 февраль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт аҙна. Шишәмбелә бик мөһим һорауға тулы яуап алырһығыҙ. Кемдер үткән ваҡиғаларға ҡайтып, элек ебәргән хатаһын төҙәтергә мәжбүр булыр. Әйткәндәй, был турала башҡалар белмәҫ тә кеүек. Йомала мөһим һөйләшеү булыуы ихтимал.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Мәшәҡәттәрегеҙ ҡапыл күбәйер. Яҡындарығыҙ ҙа үҙ йомоштары менән даими бимазалап торор. Йыш ҡына, бигерәк тә шишәмбелә, башығыҙҙы ҡалҡытырға ла форсат теймәҫ. Йомала кемдер бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Бөтә ваҡиға бик яй ғына барған кеүек. Эштәрегеҙҙе урынынан ҡуҙғатыу өсөн бик күп көс түгерһегеҙ. Ялҡауланһағыҙ, күпте юғалтырһығыҙ. Кесе йомала кире һәм икеле хәлдәр күбәйер – бер аҙ түҙемлерәк булығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡайһы бер ваҡиғаны тиҙләтеү теләге тыуыр. Ләкин был күпселек осраҡта мөмкин түгел. Йондоҙҙар икеләнгән саҡта әүҙемлек күрһәтмәҫкә ҡуша. Тулы асыҡлыҡ булғанда ғына ниҙер эшләү дөрөҫ булыр. Шишәмбеләге ҡыйынлыҡтарға әллә ни иғтибар итмәгеҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна ҡатмарлы башланыр. Яҡшы белгән эштәрегеҙ ҙә ҡыйынлыҡ менән барыр. Бөтә көсөгөҙҙө мөһим эшегеҙгә генә йүнәлтегеҙ. Кесе йомала ниндәйҙер уңайлы мәл кисерерһегеҙ. Күптән эсегеҙҙе бошорған мәсьәлә ыңғай хәл ителер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Етди эштәр менән яңғыҙ булышмағыҙ. Был арала тәжрибәле кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу бик урынлы булыр. Шишәмбелә өйөгөҙҙәге хәл иғтибар талап итер. Ниндәйҙер икеләнеүҙәрегеҙ юҡҡа сығыр. Хәҙер киләсәгегеҙ бер аҙ асыҡланды шикелле.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор башында ҡаршылыҡтар күбәйгәндәй тойолор. Ышаныслы, күптән белгән кешеләр ҙә аптыратыр. Иң һәй­бәт көндәрегеҙ – шаршамбы һәм кесе йома. Ҡайһы бер эшегеҙҙе урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ, моғайын.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙнаның бар йәһәттән дә уңышлы бу­лыуы көтөлә. Яҡшы кәйеф менән эш итерһегеҙ. Барыһы ла үҙенән-үҙе барған һымаҡ тойолор. Уңайлы мәлдәрҙе күрергә тырышығыҙ. Был арала кеше йомоштарын күп үтәрһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн ауыр булмаҫ, тик тейешле рәхмәт һүҙен һирәк ишетерһегеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Көндәр бер аҙ тыныс булмаҫ. Ләкин улар һис тә өмөтһөҙ түгел. Шишәмбелә ниндәйҙер кире ваҡиғанан да үҙегеҙгә файҙа сығара алырһығыҙ. Ҡайһы бер эшегеҙҙе кисектереп тороу теләге тыуыр. Йыбанмай, аҙ ғына тырышлыҡ күрһәтеүегеҙ уңышҡа килтерер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Күпселек ваҡиға һеҙ уйлағанса бармаҫ, моғайын. Ҡайһы бер хәл бер аҙ бор­солорға ла мәжбүр итер. Йондоҙҙар аҡса менән бәйле эштәрегеҙҙе кисектереп торорға саҡыра. Шаршамбыла ярҙам эҙләрһегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала үтә иғтибарлы булығыҙ. Йыш ҡына фекерегеҙҙе белдермәҫкә лә тура килер. Шаршамбыла кемдер эшегеҙгә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдерер. Кире хәлдәр һеҙҙән көс-хәл талап итер. Үҙегеҙҙе һаҡларға онотмағыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Эшләргә теләгегеҙ булыр-булыуын. Ләкин эш йомғаҡтары һеҙ уйлағанса түгел. Бәғзеләрҙең кәйефе боҙолор. Ғөмүмән, был арала башҡалар менән уртаҡ тел табыуы ҡырҡа ауырлашыр. Улар менән дәғүәләшеү бер ниндәй ҙә файҙа бирмәҫ.
Читайте нас: