2020 йылдың 7 февралендә көндөҙгө 14.30.-ҙан 16.45-кә тиклем федераль ҡануниәт талаптарын күҙәтеү, шул иҫәптән хеҙмәт хаҡын түләү, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү, социаль тәьминәткә, шулай уҡ енәйәттәр тураһында мәғлүмәтте ҡабул итеү, теркәү һәм тикшереүгә бәйле һорауҙар буйынса прокуратура урындарға сығып граждандарҙы ҡабул итәсәк.
Ҡабул итеүҙәр түбәндәге адрестар буйынса башҡарыла:
Абҙан ауыл хакимиәте бинаһы (граждандарҙы район прокуроры вазифаһын башҡарыусы, юстицияның кесе советнигы Р.З.Ғайсин ҡабул итә) — адресы: Абҙан ауылы, Абдрахманов урамы, 49-сы йорт;
Оҙондар ауыл хакимиәте бинаһы (прокурор ярҙамсыһы Р.Р.Абзалтдинова ҡабул итә) — адресы: Оҙондар ауылы, Үҙәк урам, 35-се йорт.
район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.