Инйәр
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 17:39
1
312 мең кешегә айлыҡ аҡсалата түләү индексацияланды
1 февралдән Башҡортостанда федераль льготаға хоҡуҡлы 312 мең кешегә айлыҡ аҡсалата түләү күләме 3 процентҡа индексацияланды.
«Башинформ» мәғлүмәте буйынса, 1 февралдән Башҡортостанда федераль льготаға хоҡуҡлы 312 мең кешегә айлыҡ аҡсалата түләү күләме 3 процентҡа индексацияланды, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.
Индексация күләме 2019 йылғы инфляция кимәленән сығып билдәләнде.
Айлыҡ аҡсалата түләү составына ингән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы ла 3 процентҡа индексациялана. Хеҙмәттәр урынына аҡса алырға мөмкин.
Быйыл 1 февралдән аҡсалата йыйылманың хаҡы айына 1155,06 һум тәшкил итә.
Индексациянан һуң социаль хеҙмәттәр исемлеге түбәндәгесә була:
— дарыуҙар, медицина изделиелары һәм инвалид балалар өсөн махсус туҡланыу продукттары (аҡсалата — айына 889,66 һум);
— төп сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн шифахана-курорттарҙа дауаланыуға юлламалар (аҡсалата — айына 137,63 һум);
— ҡала яны тимер юл, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыуға бушлай барыу һәм ҡайтыу (аҡсалата – айына 127,77 һум).
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
30 Апрель 2025, 08:27
Республиканан ике проект яҡшылар иҫәбенә инде
Новости
29 Апрель 2025, 15:52
Янғын сығарһаң, штраф түләйәсәкһең
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"