Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 16:12

Һәр мәсьәлә – иғтибарҙа!

Район хакимиәте башлығы И.Әминев, уның урынбаҫарҙары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә ҡатнашты. Республикала үткән аҙналағы хәл-торош менән Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары байҡау яһаны.

Район хакимиәте башлығы И.Әминев, уның урынбаҫарҙары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә ҡатнашты. Республикала үткән аҙналағы хәл-торош менән Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары байҡау яһаны.
Сарала республика халҡын таҙа һыу менән тәьмин итеү, “Тыуған урам” программаһы, 2020-2024 йылдарҙа еңел сәнәғәтте үҫтереү планы, Өфө ҡалаһының “Инорс” микрорайонында йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ойошторолған сараларҙың һөҙөмтәләре, эпизоотик хәл һәм йоғошло ауырыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн хәүефһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеү кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды.
Төбәк Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәлә райондарҙағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн тәғәйенләнгән контейнер майҙансыҡтары торошона айырым туҡталып үтте.
– Ауыл муниципалитеттарында, райондарҙа хәл төрлөсә, дөйөм алғанда, күпселек осраҡта, шәптән түгел. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленгәне мәғлүм. Һуңғы тапҡыр эш сәфәре менән Миәкә районында булдым һәм унда контейнерҙар мәсьәләһен нисек хәл иткәндәрен күрергә тура килде. Әйтергә кәрәк, барыһы ла бик матур ойошторолған, бәғзе урындарҙа майҙансыҡтар кәртәләп алынған, техника һәм кешеләр өсөн айырым ҙур һәм бәләкәй ҡапҡалар ҙа бар. Тик ни өсөн кемдер эшләй алған, ә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа ошондай һөҙөмтә юҡ? Аҡса бит барыһына ла бүленә. Тимәк, ошо проблеманың осона сығырға кәрәк,- тине Радий Хәбиров һәм контейнер майҙансыҡтары эшләү өсөн бүленгән финанс сараларының ҡайҙа тотонолоуын асыҡларға ҡушты.
– Һандарға килгәндә, былтыр ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 173, 6 миллион һум аҡса бүленгән, быйыл да шул тиклем сумма тотоноу күҙаллана. Һәр район 3,5 – 4,5 миллион һум аҡса алған. Бер контейнерҙың хаҡы уртаса 50-100 мең һум торғаны мәғлүм, ошонан сығып, был аҡсаға күпме эш атҡарып булғанын күҙалларға мөмкин,- типхәбәр итте БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев.
Читайте нас: