“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр кубында сәләмәтлеге яғынан сикләнгән балалар һәм ололар араһында шашка ярышы уҙҙы. Рәсәйҙә Хәрби һәм дан йылына арналған бәйгелә Архангел, Абҙан, Арх-Латыш, Баҡалды, Инйәр һәм Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәләренән спортсылар ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова сәләмләп, спортсыларға уңыштар теләне.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Пьянов Максим (Ҡыҙыл Еҙем) – беренсе, Салихов Илшат (Тәүәкәс) – икенсе, Хәсәнов Фәнир (Абҙан) өсөнсө урын яуланы. Ир-егеттәрҙән иң яҡшы һөҙөмтәне Абҙандан Илфир Искәндәров күрһәтте, Рәмзил Сәғәҙәтов (Тәүәкәс) икенсе булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Рәзилә Сәлиховаға (Тәүәкәс) тиңдәр табылманы. Әлфиә Ғизәтуллина (Абҙан) – II, Эльза Федосеева – III. Шулай уҡ Валентина Малянова “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында билдәләнде. Бер рәттән Максим Горький ауылындағы “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йорто ҡатнашыусылар араһында Рәшит Фәтҡуллин – “алтын”, Александр Швалев – “көмөш” һәм Рәмил Йосопов “бронза” миҙал яуланы.