Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
27 Января 2020, 06:16
Милли проект: 260 балаға урын буласаҡ!
Өфө районының Зубов ауылында быйыл 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла.

Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 3800 квадрат метрға тиң. Баҡса айырым урынлашҡан ҡаҙанлыҡтан йылытыла, электр менән ярҙамсы станция тәьмин итә, һыу үҙәкләштерелгән селтәрҙән килә.
Әле объектта биҙәү эштәре тамамланған, техника һәм йыһаз ташыйҙар. Бер үк ваҡытта балалар баҡсаһы биләмәһе лә төҙөкләндерелә. Бында уйын комплекстары ҡорола.
Төҙөлөштөң дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Бөгөн объектты лицензиялау эштәре башҡарыла.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"