Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
27 Января 2020, 07:44

Грант алам тиһәң…

Архангелдә “Муниципалитеттарҙа социаль инвестициялар йәлеп итеү һәм муниципаль фандрайзинг” тип исемләнгән проект семинары уҙҙы.

Архангелдә “Муниципалитеттарҙа социаль инвестициялар йәлеп итеү һәм муниципаль фандрайзинг” тип исемләнгән проект семинары уҙҙы. Сарала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты А.Р.Гәрәева, “Тренд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең финанс директоры К.С.Канунников, район хакимиәте башлығы И.Н.Әминев, уның урынбаҫарҙары, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһенән белгестәр ҡатнашты.
Һөйләшеү барышында грант алыу өсөн федераль һәм төбәк программаларҙа ҡатнашыу мәсьәләләре ҡаралды. Бер рәттән урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы, милли проекттар йүнәлеше буйынса финанс ярҙам алыу өсөн тейешле документтар йыйыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Был иһә барыһы ла райондың социаль яҡтан үҫешенә ыңғай йоғонто булыуы билдәләнде.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас