2020 йылдың 21 ғинуарынан 31-енә тиклем Башҡортостан Республикаһында ғаилә-көнкүреш мөнәсәбәттәре өлкәһендәге енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән профилактик саралар уҙғарыла. Уларҙың төп маҡсаты — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Архангел районы буйынса бүлегендә иҫәптә тороусы граждандар, бигерәк тә хөкөм ителгәндәр, ғаилә низағы тыуҙырыусылар, иҫерткес эсемлектәр, наркотиктар ҡулланыусылар, шулай уҡ бәлиғ булмағандар һәм уларҙың ата-әсәләре менән шәхси профилактик эш алып барыу.
Бынан тыш, өйҙә ҡаты мөғәмәлә күрһәтеү фактына бәйле ғариза буйынса, гражданды ваҡытында профилактик иҫәпкә ҡуйыу һәм РФ Эске эштәр министрлығының бойороғо талаптарына ярашлы тәрбиәүи саралар уҙғарыу маҡсатында шәхесте эшкәртеү башҡарыла. Кеше хоҡуғы күпләп боҙолған ерҙәрҙе, мәҫәлән, имен булмаған ғаиләләрҙе, йәмғиәткә ҡаршы эшмәкәрлек алып барыусы элементтар тупланған урындар тикшерелә.