Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
23 Января 2020, 06:10

Иғтибар! “Ғаилә ялы”

“Ғаилә” район – ара үҙәгенең урындағы филиалы сираттағы “Ғаилә ялы”на саҡыра.

Ул 25 ғинуарҙа Архангел ауылы, Крупская урамы, 2-се йорт адресы буйынса иртәнге сәғәт 10.00-дан көндөҙгө 12.00-гә тиклем “Ғаилә уйындары” темаһы аҫтында үтә. Был шәмбе көнөн яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ менән берлектә, майҙансыҡтарҙа әүҙем ҡатнашып үткәрә алаһығыҙ. Ҡатнашыусылар өсөн иң ҙур боҙ һыны, ҡар төҙөлөшө конкурстары, спорт эстафетаһы, “Осрашыу урыны” тип исемләнгән ғаилә майҙансығы һәм башҡа саралар ойошторола. Бындай Ғаилә ялдары ҡайҙа һәм ҡасан үтеүе хаҡында Башҡортостандың Ғаилә порталы (семьярб рф) аша белергә мөмкин. Инеү ирекле! Бөтә ғаилә ағзалары менән күңелле ялға рәхим итегеҙ.
Читайте нас