Инйәр
+9 °С
Облачно
Новости
22 Января 2020, 20:05
Башҡортостан аграрийҙары етештергән продукция күләме артҡан
2019 йылда Башҡортостан аграрийҙары етештергән продукция күләме артҡан. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе. Ит һәм йәшелсә етештереү тәңгәлендә генә үҙтәъминәт бер аҙ түбәнерәк.
Добавить в предпочтительные источники Google
2019 йылда Башҡортостан аграрийҙары етештергән продукция күләме артҡан. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе. Ит һәм йәшелсә етештереү тәңгәлендә генә үҙтәъминәт бер аҙ түбәнерәк.
Инвестиция проекттары артыуы дөйөм алғанда 6,5 млрд һумға 2 800 берәмек техника һәм ҡорамал һатып алырға форсат биргән. Ул 162 фермер һәм кооперативтың матди-техник базаһын яҡшыртырға булышлыҡ иткән. Барлыҡҡа килгән ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй кимәлендә беренсе урынды биләй. Тормошҡа ашырылған аграр проекттар һөҙөмтәһендә республикала йәмғеһе 7 мең яңы эш урыны булдырыласаҡ.
«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу ҙур һөҙөмтә биргән. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. 2019 йылда Башҡортостанда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү өсөн 1,2 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 692,8 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Дөйөм сумманан 816,7 миллион һум торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә бүленә, 840 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар ала.
Бер йылда һигеҙ – газ, 11 һыу менән тәьмин итеү объекты, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, 17 саҡырым автомобиль юлы төҙөлә. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджеттан.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"