Ошо аҙнала кемдәрҙеңдер һағынып көткән, ә ҡайһы берҙәрҙең башҡа көндәрҙән әллә ни айырылмаған өп-өр яңы йылда студент байрамын ҡаршылаясаҡбыҙ.
Тарихи китаптарҙан асыҡланыуынса, был көн Чехословакияның баш ҡалаһында барған хәл-ваҡиғалар менән бәйле. 1939 йылдың 28 октябрендә Прага ҡалаһы студенттары үҙҙәренең уҡытыусылары менән берлектә Чехословакия дәүләте барлыҡҡа килеүгә теүәл бер йыл тулыу уңайынан байрам ойоштора. Тик байрам немец илбаҫарҙары тарафынан баҫтырыла. Байрамда Ян Оплетала исемле медицина университеты студенты һәләк була. Уның үлеме бик күп ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра. Студенттарҙың күбеһе төрмәгә эләгә, ҡайһы берҙәре ҡаты язаға тарттырыла. Ошо хәлдән һуң байтаҡ йылдар үткәс, Лондонда нацизмға ҡаршы йыйылыш үткәрелә. 17 ноябрь көнөн Халыҡ-ара студенттар көнө тип иғлан итәләр.
Рәсәй студенттары көнө тураһында тарихи сығанаҡтарҙан бына нимә белергә мөмкин: 1755 йылда батшабикә Елизавета ҡарары буйынса Мәскәүҙә дәүләт университеты асыла. Шул көндән алып ул тәүҙә – Татьяна көнө, һуңынан университеттың тыуған көнө йәки Студент көнө тип атала башлай. Байрам уңайынан барлыҡ студенттарҙы байрам менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, уҡыуҙа уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында әлеге мәлдә 176 студент белем ала. Уҡыу йортонда архангелдәрҙән тыш, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы һәм Учалы райондарынан уҡыусылар бар. Улар техник хеҙмәтләндереү, ашнаҡсы-кондитер, һатыусы, дөйөм төҙөлөш эштәре, хужабикә, официант йүнәлеше буйынса белем ала.
Байрам уңайынан колледждың иң әҙем студенттарына “Нисек студент булып киттем?”- тигән һорау менән мөрәжәғәт иттем.
Гөлдәр Иманғәлина (Архангел ауылы) 1-се курс:
– Мин Ҡыҙылъяр ауылында тыуып үҫтем. Ошо ауылда, һуңынан Абҙан ауылы мәктәбендә белем алғас Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында һатыусы-контролер, кассир һөнәре буйынса уҡырға индем. Спорт, айырыуса еңел атлетика менән әүҙем шөғөлләнәм. Йәмәғәт тормошонда ла ситтә ҡалмайым, күптән түгел ирекмәндәр исемелегенә индем. Киләсәктә юғары уҡыу йортонда белемемде камиллаштырып, агроном булырға хыялланам.
Йәмил Әхтәмов (Ҡыҙғы ауылы) 3-сө курс:
– Бәләкәй саҡтан уҡ техника менән ҡыҙыҡһындым. Уларҙың моделдәрен асыҡлау, йөрөтә белеү, ремонтлау серҙәрен өйрәнеү теләге һәр саҡ булды. Шуға ла һайлаған һөнәрем техник хеҙмәтләндереү һәм машина-трактор паркын ремонтлау мастеры юҡҡа ғына түгел. Башланғыс класта – Ҡыҙғы ауылында, ә өлкән кластарҙы Баҡалды мәктәбендә уҡыным. Студент саҡтарым шул ваҡыттан башланды тиһәм дә була, сөнки уҡыу мәлендә интернатта йәшәнек һәм аҙнаһына бер тапҡыр ғына тыуған йортҡа ҡайттыҡ. Әлеге мәлдә дөйөм ятаҡта йәшәү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Интернаттағы тормош һабағы бында бик ҙур ярҙам итә. Киләсәктә әрме хеҙмәтен үтеп, эшкә урынлашырға ниәтләйем.
Зифа Ғәниева (Убалар) 3-сө курс:
– Мин район үҙәгенән иң алыҫ урынлашҡан ауылдарҙың береһе – Убаларҙан. Мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ ҡалаһында тегеүсе һөнәрен үҙләштерҙем. Күңелем аш-һыу бешереү, иҡтисад өлкәһенә яҡын булғас, йорт хужабикәһе һөнәре буйынса уҡырға индем. Хәҙер иһә ашнаҡсы, бухгалтер, иҫәп-хисапсы һәм йәшелсә үҫтереүсе йүнәлеше буйынса белемемде камиллаштырам. Уҡыуҙан тыш, эшләргә лә өлгөрәм.