17 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәштәре Шамил Вәлиев, Надежда Крылова һәм Денис Мусин, шулай уҡ төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин менән осрашты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар штабтың төп эш йүнәлештәре тураһында бәйән итте. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты алдында бурыстарҙы ил Президенты Владимир Путин ҡуйҙы, шул иҫәптән Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе сиктәрендә.
Атап әйткәндә, халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе фельдшер-акушерлыҡ пункттары торошон, «сүп-сар реформаһы» үтәлешен даими күҙәтә, экологик акциялар үткәрә, ил етәксеһе менән тура бәйләнеш барышында ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр буйынса эшләй. Өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек.
– Беренсе медицина ярҙамына килгәндә, был тәңгәлдә беҙгә бергә эшләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был ысын мәғәнәһендә ауыл медицинаһын тергеҙеү. 330-ға яҡын ФАП-ты тулыһынса алыштырырға кәрәк. Был эште беҙ 2024 йылға тамамларға тейешбеҙ.
Төбәк етәксеһе штаб етәкселеге менән юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу мәсьәләләрен барланы, был һорауҙарҙы хәл иткәндә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ролен юғары баһаланы.